Новости
27 Апрель 2018, 07:21

Республиканан 100 эҙәрмән Ленинград өлкәһендә эҙләнеү экспедицияһы алып бара

«Воронов эҙләнеү экспедицияһы» Ленинград өлкәһенең Киров районында ҡаҙыу эштәренә тотондо. Быйыл һәләк булған һалдаттарҙы эҙләүгә Өфөнән, Ишембайҙан, Салауаттан, Мәләүездән, Межгорьенан, Октябрьскийҙан, шулай уҡ Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Бишбүләк райондарынан 100 эҙәрмән килгән.

«Беҙҙеке менән бер ваҡытта өс экспедиция эшләй башланы: Дыуан, Нуриман райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы отрядтары ҡатнашҡан «Волхов фронты», Туймазы һәм Көйөргәҙе райондары эҙәрмәндәре ҡатнашҡан «Кириши» һәм «Сталинград». Бынан тыш, Өфөнән, Стәрлетамаҡтан һәм Туймазы районынан отрядтар Ростов һәм Липецк өлкәләрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындарҙа эҙләнеү эштәре алып бара», — тип һөйләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Рәсәй эҙләнеү хәрәкәте» йәмәғәт ойошмаһының республикалағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков.

"Башинформ".
Читайте нас