23 апрелгә һайланма аҙналыҡ мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, дизель яғыулығының уртаса хаҡы 0,2 процентҡа күтәрелгән һәм бер литры өсөн 40,99 һумға еткән.
АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензиндар ҙа 0,2 процентҡа ҡиммәтләнгән – бер литры өсөн уртаса 38,01 һәм 40,69 һум.
АИ-98 маркалы бензиндың хаҡы ғына үҙгәрешһеҙ ҡалған – 44,92 һум, тип билдәләй статистиктар.