Йыл һайын акция сиктәрендә йөҙ балл йәки юғары балл йыйғандар оҫталыҡ дәрестәре уҙғара һәм өлкән класс уҡыусылары менән имтиханға һөҙөмтәле әҙерләнеү тәжрибәһе һәм серҙәре менән уртаҡлаша, тип хәбәр иттеләр төбәк Мәғариф министрлығында.
Акция Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт инициативаһы буйынса үткәрелә.
«БДИ – һәр сығарылыш уҡыусыһы үтергә тейеш һынау ул. БДИ-ла юғары балға ирешеү өсөн бик күп көс һалырға кәрәк», — тип билдәләне Мишкә районының Мишкә ауылында Ф.Бүләков исемендәге 1-се лицейын тамамлаусылар.
Бөрө ҡалаһының 7-се урта белем биреү мәктәбен тамамлаусы ҡыҙ уңыш нигеҙе имтихандарға системалы әҙерләнеүгә ҡайтып ҡала тип иҫәпләй. Шулай уҡ уға Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһына әҙерләнеү һәм унда ҡатнашыу, шулай уҡ башҡа конференцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыу ярҙам иткән.
Башҡортостанда 100 балл һәм юғары балл йыйғандар өлкән класс уҡыусыларына үҙҙәренең белеме һәм БДИ хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ акция сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре үтте. Төбәк предмет комиссиялары эксперттары сығарылыш уҡыусыларына эштәрҙе иғтибарлы эшләү кәрәклеге тураһында һөйләне. Психологтар имтихандар осоронда тыныслыҡ һәм ышаныс һаҡлау мөһимлеген билдәләне.