Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, транспорт ағымында бурыслыларҙы билдәләргә «Юл приставы» автоматлаштырылған комплексы ярҙам итә. Был прибор хәрәкәт иткән автомобилдең номеры буйынса уны хужаһына ҡарата башҡарыу эше барлығын асыҡлай. Система ошо хаҡта тауыш бирә һәм бер үк ваҡытта экранға автомобилдең номерын сығара. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был автомобилде туҡтатыу өсөн кәрәкле саралар ҡабул итә. Шунан һуң суд приставтары транспорт сараһын ҡулға ала һәм эвакуациялай. «Иғтибарлы булығыҙ! Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ», — тип иҫкәртә полиция хеҙмәткәрҙәре.