Атап әйткәндә, ЮХХДИ майҙансыҡта һәм ҡалала эштәрҙе берләштерергә тәҡдим итә.
Дәүләт автоинспекцияһы башлығы Михаил Черников һүҙҙәренсә, был буласаҡ водителдәрҙең нисек аралыҡта төшөнөүен күрергә, уларҙың белемлеген күтәрергә, шулай уҡ юлдарҙа авариялар иҫәбен ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк.
Былтыр тәжрибәһе булмаған водителдәр ҡатнашлығында авариялар һаны 15 процентҡа кәмене. ЮХХДИ башлығы билдәләүенсә, уға 2017 йылдың 14 октябрендә үҙ көсөнә ингән транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына таныҡлыҡ биреү һәм алыу ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәр тәьҫир итте.