Новости
25 Апрель 2018, 07:25

Киң мәғлүмәт саралары Путиндың рәсәйҙәрҙең тормош кимәлен арттырыу планы тураһында хәбәр итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә иҡтисади үҫеш темптарын арттырыу өсөн һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа һәм инфраструктураға 10 триллион һум аҡса бүлергә ниәтләй.

7 майҙа инаугурациянан һуң дәүләт башлығы йәшәү кимәлен арттырыуҙа «хәл иткес алға китеш» планы яҙылған указға ҡул ҡуйырға тейеш, тип хәбәр итә РИА Новости.
10 триллион һаны яңыраҡ ҡына килеп сыҡты һәм үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Төп сығымдар 2020 йылдан һуңғы осорға планлаштырылған, ләкин ҡайһы бер сығымдарҙың 2018 йылға ла ҡағылыуы ихтимал.
Был сығымдарҙың башҡа йүнәлештәр, атап әйткәндә, оборона өлкәһе аҡсаһын кәметеүгә бәйле булыуы көтөлә. Бынан тыш, һатыуҙан дүрт процентлы һалым индерелергә мөмкин, әммә был сара әлегә хупланмаған.
Владимир Путин 2018 йылдың мартында Рәсәй президентын һайлауҙа еңгәндән һуң киләһе мөҙҙәттә рәсәйҙәрҙең тормош кимәлен яҡшыртыуға һәм иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә өҫтөнлөк бирәсәге тураһында белдергәйне. "Башинформ".
Читайте нас