Әммә 14 һәм 21 апрелдә үткәрелгән экологик шәмбе өмәләре һәйбәт һөҙөмтә бирмәне. Ойошма, учреждение, предприятиеларҙың да, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙың да, дөйөм алғанда, ауыл халҡының әүҙемлеге һиҙелмәй. Барығыҙҙы ла буласаҡ шәмбе өмәһендә - 28 апрелдә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп районыбыҙҙа тәртип булдырайыҡ.
26 апрелдә Стәрлебаш ауылы зыяраттарында шәмбе өмәһе үткәрелә. Ул 10.00 сәғәттә башлана. Унда район халҡын әүҙем ҡатнашыуҙарын һорайбыҙ, сөнки таҙалыҡ һәм тәртип, тәү сиратта, үҙебеҙгә кәрәк.