«Фермер ит сәнәғәте компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө районында сусҡа, һыйыр һәм тауыҡ итенән колбаса изделиелары, ыҫланған продукция һәм ярымфабрикаттар етештереү цехын асып, уны үҙенең фирма магазиндарында һатырға ниәтләй.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме 103,8 миллион һум тәшкил итә. Проект яҡынса 140 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Уны 2018 йылда бойомға ашырыу ҡаралған.
Әле Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 183,8 миллиард һумлыҡ 49 проект бар. Шулар иҫәбенә республикала 12,2 мең яңы эш урындары булдырыу күҙаллана. "Башинформ".