«Башҡорт дәүләт университетының ике ҙур аудиторияһы ла тулы булыуы мине ҡыуандырҙы, — тип «Башинформ» агентлығы менән уртаҡлашты акцияның дәртләндереүсеһе Рәшиҙә Мәһәҙиева. — Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл башҡорт теле буйынса диктантты Башҡортостан һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр генә яҙманы, беҙгә Төркиә, Болгария һәм Польша халҡы ла ҡушылды».
Башҡорт дәүләт университетының Көнсығыш илдәрен һәм башҡорт телен өйрәнеү кафедраһы мөдире Гөлфирә Абдуллина һүҙҙәренсә, теләгән һәр кем донъяның теләһе ҡайһы нөктәһенән университет сайтындағы шәхси кабинетҡа инеп, Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» әҫәренән өҙөктө тыңлай алды. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов уҡыны.