Түләүҙәр үҫеше күбеһенсә иң түбән хеҙмәт хаҡы күләмен йәшәү минимумына тиклем арттырыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың майҙағы указдарын үтәү иҫәбенә ирешеләсәк, тип билдәләнә. Үҙәк Банк эксперттары хеҙмәт хаҡының 1,5-2,9 процентҡа үҫәсәген иҫәпләгән, сөнки 1 майҙан иң түбән эш хаҡын 11,1 мең һумғаса арттыралар. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылда эш хаҡын индексациялау көтөлгән 4 процент инфляция кимәленә тиклем төшәсәк.
Эш хаҡының артыуы бюджет өлкөһе менән сикләнмәйәсәк – коммерция ойошмалары ла хеҙмәткәрҙәренә матди дәртләндереүҙе арттырасаҡ. Белгестәр мәғлүмәттәре буйынса, ул кадрҙар етмәү һәм айырым тармаҡтарҙа квалификациялы хеҙмәткәрҙәр өсөн конкуренция үҫеше менән бәйле буласаҡ.