Новости
20 Апрель 2018, 09:00

Һыу, һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф көнө

Башланғыс мәктәп директоры Г.А.Хөсәйенова призына йөҙөү буйынса ярыштар йыл һайын бихисап һыу процедураларын яратыусыларҙы йыя. Был юлы ярышта 60 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уларҙың барыһы ла һәйбәт һөҙөмтә күрһәтергә, дистанцияны тиҙерәк йөҙөп сығырға тырышты.

Ярышта ҡатнашыусы беренсе класс уҡыусылары араһында, тиңдәшле рәүештә, беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы: Даниэль Вейгант, Тимур Яҡупов, Тамир Хәсәнов, ҡыҙҙар араһында: Алина Ғимазова, Алена Макарова, Арина Фәрхшатова, Самира Хәтмуллина яуланы. Икенсе класс уҡыусылары араһында Илнар Хәлитов, Айҙар Латипов, Арсен Хөсәйенов, Самира Мусаҡаева, Самира Туҡтарова, Динә Ҡасимова, Камилла Мәҡсүтова иң яҡшы ваҡыт күрһәтте. Өсөнсө класс уҡыусылары: Илнар Савин, Адель Дәминев, Вилдан Ғайсаров, Азалия Фәйзуллина, Арина Үләева, Азалия Сәлимгәрәева еңеүселәр иҫәбендә. Дүртенсе класс уҡыусылары араһында Рәсүл Ҡадиров, Кәрим Рысаев, Рудольф Әбүкәев, Динә Мөхәмәтшина, Милана Валимөхәмәтова, Аделина Назарова, Азалия Ҡарамышева призлы урындар яуланы. Гүзәл Абдрахман ҡыҙы еңеүселәрҙе миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләне, ә бағыусылар Ф.Фәрхшатов, Р.Ҡорбанов, Ф.Рысаевтарҙан татлы приздар барлыҡ ҡатнашыусыларға таратылды. Сараны үткәреүҙә ярҙамдары өсөн И.Исламоратов етәкселегендә спорт-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәренә, ваҡытты дөрөҫ билдәләгәне өсөн шәхсән Р.Яруллинға ҙур рәхмәт.

Беҙҙең уҡыусылар һәр ваҡыт көслө, етеҙ, тиҙ булырға әҙер һәм һәр ваҡыт төрлө спорт сараларында ҡатнаша. Һис шикһеҙ, бында физкультура уҡытыусылары Дамир Ишбулдин һәм Вилдан Мөрәсевтың өлөштәре ҙур, улар балаларҙа спортҡа һәм физкультура занятиеларына ҡыҙыҡһыныу уята, һаулыҡ өсөн файҙалы саралар ойоштора белә. Балаларҙың физик күнегеүҙәрҙең файҙаһы тураһында белеүе һәм кескәй саҡтан уҡ һаулыҡтарын һаҡлауы бик мөһим.

Лилиә КӘРИМОВА, Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас