Новости
20 Апрель 2018, 06:56

Сағыу сәнғәт байрамы

Күптән түгел Балалар сәнғәт мәктәбе тамашасыларға традицион һәм иң мөһим сара - отчет концертын күрһәтте. Был үҙенә күрә йомғаҡ яһау, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын күрһәтеү, һәр педагог һәм тәрбиәләнеүсенең уңышлы, ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе ул.

Тамашасылар залында айырыуса тантаналы мөхит хөкөм һөрҙө. Бында ата - әсәләр, туғандары һәм сәнғәтте һөйөүселәр йыйылды. Педагогтар ҙур тулҡынланыу менән сәхнәлә сығыш яһаған тәрбиәләнеүселәрен күҙәтте. Әммә уларҙың борсолоуҙары бушҡа булды. Тәрбиәләнеүселәрҙең барыһы ла, хатта иң кескәйҙәре лә үҙҙәрен ышаныслы тотто, хаталар һәм етешһеҙлектәр булманы.

Тағы ла ниндәй сара ла шул тиклем тере музыка ҡоралы көйөн ишетергә мөмкин? Мәктәп педагогтары һәм уҡыусылары башҡарыуында классик һәм халыҡ музыка әҫәрҙәре тамашасыларға бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Вокалсылар моңло тауыштары, ә бейеүселәр дәртле бейеүҙәре менән һоҡландырҙы. Сара Ғаилә йылына бағышланға күрә, әсәйҙәр, ғаилә ҡиммәттәре тураһында хисле йырҙар яңғыраны. Ә фойела мәктәп тәрбиәләнеүселәренең ҡул эштәре күргәҙмәһе күрһәтелде. Төрлө әйберҙәрҙән эшләнгән картиналарға авторҙары күпме фантазия, тырышлыҡ һәм түҙемлелек һалған. Концерт барышында төрлө ижади конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү булды. Мәктәп директоры Гөлдәр Ҡаҙаҡбаева уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлап, уларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы һәм уҡыуҙарында уңыштар теләне.

Сығыштар тураһында бик күп һәйбәт һүҙҙәр әйтергә мөмкин, әммә шуны билдәләп үтке килә - концерт бер тында үтте. Юғары технологиялар үҫешкән мәлдә лә ошо мәктәпкә уҡыусыларҙың һоҡланғыс, мауыҡтырғыс музыка һәм һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы кәмемәҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас