Новости
20 Апрель 2018, 07:06

Көрәшселәр сыҡты келәмгә

Минең иғтибарымды 8-10 йәшлек малайҙар төркөмө йәлеп итте. Йәш спортсыларҙың йөҙҙәрендә тулҡынланыу әҫәре лә юҡ! Улар көрәшергә әҙерләнеп, бер туҡтауһыҙ күнекмә яһаны, шул уҡ ваҡытта буласаҡ көрәш тураһында ҡыҙыу әңгәмәләште. Уларҙың береһе айырыуса әүҙем ине.- Исемең нисек?- тип һорайым.- Рияз Сәғетдинов. Мин Йәлембәт ауылынан. Дүртенсе класта уҡыйым.- Көрәш менән күптән шөғөлләнәһеңме?- Ике йыл.- Наградаларың бармы?- Ҡабыҡҡыуышта икенсе урын алдым.

Хөрмәтле шәхес - Барый Арыҫланғоловтың иҫтәлегенә үткән ярыштарҙа Рияз кеүек малайҙар күп ине. Улар көрәш менән күптән түгел генә шөғөлләнә башлаһа ла, уңыштары бар. Ә бындай ярыштар беҙҙең батырҙар өсөн бик яҡшы старт. Сөнки күпме республика һәм ил чемпиондары тап бына ошондай район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа оҫтарып, тәжрибә туплап, тәүге еңеүҙәр яулаған.

- Был турнир 26-сы тапҡыр үткәрелә, йылдан-йыл көрәш популярлаша бара. Беҙҙең егеттәр республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, һәм был һөйөндөрә, - тип билдәләне йыйылыусылар алдында сығыш яһағанда район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров.

- Һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткәндәрҙән үрнәк алығыҙ. Ата-әсәләрегеҙҙе, тренерҙарығыҙҙы уңыштарығыҙ менән шатландырығыҙ, - тип теләне спортсыларға нисәмә йылдар дауамында ярыштың төп ойоштороусыһы һәм бағыусыһы булған Барый Кинйәбулат улының улы Юрис Арыҫланғолов.

Көрәш бер үк ваҡытта ике келәмдә барҙы. Ҡатнашыусылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә күп булды. Тотош ғаиләләре менән килгәйнеләр. Асҡар Балтабаевты хуплап-дәртләндереп торорға әсәһе, һеңлеләре Алина һәм Айлина килгән. Асҡар был көндө өсөнсө призер булды. Минең яңы танышым Рияз да өс призер иҫәбенә инде. Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Юнир Йәғәфәров турнирға Венер, Фәнүр, Ильяс, Юлай исемле дүрт улын алып килгән. Йәғәфәровтар бер ваҡытта ла наградаһыҙ ҡайтмай. Был юлы ла шулай булды - Ильяс алтын, Фәнүр - көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ейәндәре Илдарҙы хупларға Үрге Шәкәр ауылынан Люциә менән Рәшит Әбүләевтар килгәйне.

Көрәштең ҡыҙыу мәлдәрендә хатта осҡон сатҡылары күренгәндәй булды. Ярыштар 15 ауырлыҡ категорияһы буйынса үтте. Барлығы 86 спортсы ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс спортсы йәрәхәтләнде, был бик һирәк була торған хәл. Бәхеткә күрә, сара барышында ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итте.

Турнир призерҙары Юрис Арыҫланғолов ҡулынан миҙалдар, грамоталар, аҡсалата бүләктәр алды. Осрашыу тәмле төшкө аш ашау менән тамамланды.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас