Новости
20 Апреля 2018, 08:37

Гәзиткә яҙылып, бүләктәр отоғоҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!1 апрелдә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһының төп этабы башланды. Хаҡтар (почтала, редакцияла һәм http://sterlibashevskierodniki сайтында) шул уҡ ҡалды. Был марафон бөтә республика буйынса бара. Гәзиткә яҙылып, Һеҙ ҡиммәтле бүләктәр ота алаһығыҙ.

«Аҙна һайын бүләк» конкурсы

Был конкурста ҡатнашыр өсөн «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына (алты айға) яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрегеҙ. Бүләктәр уйнатыу көнө һәм ваҡыты алдан хәбәр ителәсәк.

«Супер бүләк от!»

конкурсы

Төп супер бүләктәрҙе уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн бер республика баҫмаһына (гәзит йәки журнал) һәм «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә 2018 йылдың алты айына яҙылырға кәрәк. Яҙылыу квитанцияларының күсермәләрен конвертҡа һалып: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса БР «Республика Башкортостан» Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының гәзит-журналдарға яҙылыу бүлегенә ебәрегеҙ.

«Бәхетле авто»

Был конкурста ҡатнашыусылар «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә 2018 йылдың алты айына яҙылыусылар редакциянан махсус наклейка алып уны автомобиленең артҡы тәҙрәһенә йәбештерергә тейеш. Июнь айының һуңғы аҙнаһында район гәзите редакцияһы эргәһендә бүләктәр уйнатыу буласаҡ. Иғтибар! Сараны үткәреү урынына автомобилендә килеүселәр араһында ғына бүләктәр уйнатыласаҡ.

Мөһим! Бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн «Республика Башкортостан» Нәшриәт йорто гәзит-журналдарына ғына яҙылырға кәрәк. Медиа-холдингтың тулы исемлеге менән www.rbsmi.ru сайтында танышырға мөмкин.

Гәзиткә яҙылыр өсөн почта хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Алты айға гәзиткә яҙылыу хаҡы 907 һум 26 тин. Гәзитте редакциянан килеп алыусылар өсөн ул - 546 һум була. Гәзиттең электрон төрө лә бар - ул айына 600 һум була. Уға http://sterlibashevskierodniki/ сайтында йәки редакция бухгалтерияһына мөрәжәғәт итеп яҙылырға мөмкин, тел: 2-23-54.

Гәзит редакцияһы.
Читайте нас