16 апрелдә әлеге рейстарға льготалы билеттар һатыу башланды.
Пассажирҙарҙың түбәндәге категориялары бушлай осоу хоҡуғына эйә:
— Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
— «Германияны еңгән өсөн» йәки «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
— «Ленинградты обороналаған өсөн» йәки «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән кешеләр;
— I, II, III төркөм Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары (1941- 1945);
— фашист концлагерҙарының бәлиғ булмаған әсирҙәре;
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (3532) 67-65-44 телефоны буйынса алырға мөмкин.