Стратегик комитет бурыстарына стратегик планлаштырыу, прогноз яһау, бюджетты күҙаллау һәм республиканың йылдам социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү өлкәһе эшмәкәрлеге инәсәк.
Бынан тыш, 2030 йылға тиклемге Стратегияны һәм 2018 йылға республиканың комплекслы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш планын ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планын әҙерләү комитеттың төп бурыстарына керә, тип өҫтәнеләр төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Стратегик комитетта Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, бер төркөм федераль башҡарма власть органдарының территориаль структуралары һәм республика предприятиелары вәкилдәре буласаҡ.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Финанс министрлығы Комитет эшмәкәрлеген ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә аласаҡ.