Новости
17 Апрель 2018, 09:19

Тракторсы аҙналығы

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы эшләй башлағандан алып беҙҙең һәм күрше райондарҙың ауыл хужалығы өсөн эшсе кадрҙар әҙерләй. Әйткәндәй, шул ваҡыттағы 31 һанлы Стәрлебаш ауыл хужалығы һөнәри-техник училищеһының тәүге сығарылыш уҡыусылар «Тракторсы-машинист» белгеслеге буйынса була. Ошо һөнәрҙең абруйын арттырыу, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында филиалда йыл һайын төрлө һөнәри оҫталыҡ конкурстары һәм ярыштар үткәрелә.

Күптәп түгел беҙҙә тракторсы аҙналығы үткәрелде. Аҙна башында командалар араһында теоретик белемде тикшереү буйынса ярыш булды. Өсөнсө курстың 3-сө төркөмө командаһы иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Артабан МТЗ-82 тракторын фигуралы йөрөтөү һәм агрегат тағылған тракторҙы арты менән боксҡа индереп ҡуйыу буйынса ярыштар булды. Был ярыштарҙа произодствоға өйрәтеү мастеры В.П.Дудин етәкселегендә икенсе курстың 1-се төркөмө командаһы лидерлыҡ күрһәтте.

Шулай уҡ махсус дисциплиналар преподавателе Ә.Р.Хәсәнов һәм производствоға өйрәтеү мастеры В.П.Дудин менән асыҡ дәрестәр үткәрелде. Уларҙа уҡыусылар белемен, оҫталығын күрһәтеп кенә ҡалманы, заманса ауыл хужалығы техникаһы төрҙәре, уларҙы хеҙмәтләндереү һәм эксплуатациялау буйынса өҫтәмә белем алды.

Район хакимиәтенең АПК һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге белгестәрен саҡырып үткәрелгән класс сәғәттәре лә бик ҡыҙыҡлы үтте. Уҡыусылар менән осрашыуға бүлектең баш инженеры Р.М.Туҡбаев һәм баш агрономы Н.Б.Ибраһимов килде. Улар уҡыусыларҙы ауыл хужалығы буйынса райондың етештереү күрһәткестәре, хужалыҡтарҙың техника базаһы менән таныштырҙы, шулай уҡ улар һайлаған һөнәрҙең мөһимлеге, тракторсы һөнәренең һәр ваҡыт һорау менән файҙаланыуы тураһында һөйләне. Уҡыусылар өсөн шулай уҡ яҙыусы Зәки Зәйнуллин менән осрашыу ойошторолдо. Ул уларға райондың тәүге тракторсылары һәм һуғыштан һуң халыҡ хужалығын тергеҙеү йылдары тураһында һөйләп, яҡшы белгес булыр өсөн һайлаған һөнәрҙәрен ҙур тырышлыҡ менән үҙләштерергә саҡырҙы. Тырыш хеҙмәт һәм оҫталыҡ менән генә кеше тормошта юғары үрҙәр яулай ала тигән яҙыусының һүҙҙәре уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Сөнки һәйбәт белгес кенә ихтирам һәм абруй ҡаҙана ала.

Аҙна аҙағында йомғаҡ яһалды. Үткәрелгән конкурстар һөҙөмтәләре буйынса 1-се төркөм командаһы беренсе, 3-сө төркөм командаһы - икенсе, 5-се төркөм командаһы - өсөнсө урын яуланы.

Ә шәхси зачетта урындар түбәндәгесә билдәләнде: 3-сө төркөм уҡыусыһы Айнур Атласов беренсе, 1-се төркөмдән Вилдан Яманов - икенсе, 1-се төркөм уҡыусыһы Илдар Бикмөхәмәтов - өсөнсө урынға лайыҡ булды.

«Тракторҙы фигуралы йөрөтөү буйынса иң яҡшыһы» номинацияһында 5-се төркөм уҡыусыһы Айнур Хужин башҡаларҙан айырылып торҙо.

Барлыҡ еңеүселәр һәм номинанттар филиалдың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ә аҙналыҡта еңеүсе Айнур Атласов беҙҙең филиалды май айында Бүздәк ауыл хужалығы колледжында үткәреләсәк «Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы» һөнәре буйынса республика һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһында күрһәтәсәк.

Уҙған йылда Айнур шулай уҡ республика олимпиадаһында ҡатнашып, 15-се урын алғайны. Ә бер айҙан иң яҡшы 20 иҫәбендә ул 2017 йылдың июнендә Өфө районында үткәрелгән һөрөү буйынса VI асыҡ Рәсәй чемпионаты даирәһендә Башҡортостан Республикаһы һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты.

Айнур был юлы ла беҙҙең районды лайыҡлы күрһәтер тип ышанабыҙ һәм уға уңыштар теләйбеҙ!

Лидия РӘХИМҠОЛОВА,

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалының уҡытыу бүлеге мөдире.
Читайте нас