Районда театр фестивале үтә
Район хакимиәте тарафынан ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, 2018 йылдың апреленән октябренә тиклем «Театр - яҙмыштар көҙгөһө» театр фестивале үткәрелә. Ул Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына бағышлана.Фестивалдә йәш буйынса сикләнмәгән һәүәҫкәр театраль коллективтар ҡатнаша. Уларҙың иң яҡшылары ағымдағы йылдың ноябрендә фестивалде ябыуҙа сығыш яһаясаҡ.