Новости
11 Апреля 2018, 13:47

Башҡортостанда һыу ташыуҙың 400-ҙән ашыу осрағы теркәлгән

Башҡортостан биләмәһендә метеорологик яҙ һәм ташҡын башланыуына бәйле 1 апрелдән граждандарҙан республиканың 35 муниципаль берәмегендә (тәүлегенә йәнә өс муниципаль берәмек) йорттарҙы, ихаталарҙы һәм юлдарҙы ҡар һыуҙары баҫыуҙың 403 осрағы (тәүлегенә тағы 73 осраҡ) буйынса мөрәжәғәттәр килгән.

Бынан тыш, Тәйрүк, Стәрле, Бәләкәс, Бәрҫеүән, Оло Нөгөш, Ыҡ, Өршәк йылғаларында һыу кимәленең артыуы арҡаһында төбәктең һигеҙ муниципаль районы биләмәһендә бер нисә йортто, 35 ихатаны, ике юл участкаһын һыу баҫыуы тураһында билдәле.
Яҙғы ташҡын башланғандан алып ҡар һыуҙары баҫыуы хаҡында 106 ғариза теркәлгән. Шуларҙың — 17-һе юл япмаһын, 84-се — йорт биләмәһен. 88 ғариза буйынса эш тамамланған, 13 ғариза контролдә, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенән.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығының һыу үлсәгес һәм гидропостары мәғлүмәттәре ярашлы, Стәрлетамаҡ районында Стәрле һәм Ашҡаҙар, Салауат ҡалаһы һәм Ғафури районының Табын ауылы янында Ағиҙел, Бишбүләк районында Дим, Ейәнсура районында Ҡаҫмарт һәм Оло Эйек, Мишкә районында Бөрө һәм Ҡыңғыр, Ғафури районының Юлыҡ ауылында Еҙем, Өршәк йылғалары боҙҙан әрселә.
Тәүлек әйләнәһенә эшләгән гидропостар мәғлүмәттәр буйынса, Охлебинин һәм Өфө эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле бер тәүлектә 70 һәм 102 сантиметрға күтәрелгән. Шулай уҡ Һамар ауылы янында Таналыҡ йылғаһы 125, Яңы Йомран ауылында Сәрмәсән 132 сантиметрға күтәрелгән. Уҙған тәүлектә иң юғары күрһәткес Туймазы районында Өсән йылғаһында теркәлгән: +144 сантиметр. "Башинформ".
Читайте нас