Новости
9 Апрель 2018, 15:56

Республикала 200-ҙән ашыу һыу баҫыу осрағы теркәлгән

Күсемһеҙ торлаҡ баҙарында оҙаҡ ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр «икенсел фатирҙар»ҙың хаҡы артыуы күҙәтелә, тип билдәләй «Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары.

Был Рәсәйҙәге 300 меңдән ашыу кеше йәшәгән 69 ҡаланың 48-енә ҡағыла, Магнитогорск (хаҡы 1,5 миллион һумдан аҙыраҡ, һуңғы урында) һәм Мәскәү (торлаҡтың ҡиммәтлеге буйынса 1-се урында ҡала, уртса хаҡы — 11 миллион һум самаһы) инмәй.
Башҡортостандың баш ҡалаһы 13-сө урынды биләй. Өфөлә бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы — 65 мең һумдан ашыу (+3,1%), фатирҙар — 3,95 миллион (+6,7%). Ғинуарҙа 3,6 миллион тәшкил иткән.
Эксперттар был хәлде ипотеканың арзанайыуы менән аңлата. Тотороҡло тенденция тураһында һөйләргә әлегә иртәрәк. "Башинформ".
Читайте нас