Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Апрель 2018, 15:53
Башҡортостанда «Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!» экологик хәрәкәте башлана
Башҡортостанда Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе башланғысы буйынса Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы менән берлектә экологик хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау буйынса «Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!» хәрәкәте башлана.
Төбәктә йәшәгән һәр кем тәбиғәтте һаҡлау эшенә үҙ өлөшөн индерә һәм тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу, браконьерҙарҙың балыҡ тотоуы, ошо балыҡ менән сауҙа итеү, тыйылған осорҙа һунарға сығыу, карьерҙарҙы законһыҙ эшкәртеү, халыҡтың дөйөм ҡулланылыштағы һыу объекттарына инеүен сикләү тураһында хәбәр итә ала.
Ошо һәм башҡа экологик хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында
069.prok@mail.ru
һәм
rgo-rb@mail.ru
электрон почтаһына йәки 450064, Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ, урамы, 6-сы йорт адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Ғаризала хоҡуҡ боҙоусылар тураһында ентекле мәғлүмәттәр, фото (видео) материалдар, закон боҙоу теркәлгән урын, мөмкин булһа, уның GPS-координаталары булырға тейеш. Раҫланмаған һәм нигеҙһеҙ мөрәжәғәттәр ҡаралмай, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығынан. Хәрәкәт әүҙемселәренә аҡсалата бүләктәр ҡаралған.
"Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"