Ғәмәлдәге хоҡуҡ системаһында ул 2000 йылдың 19 июнендәге «Минималь хеҙмәт хаҡы тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнә.
Ағымдағы йылдың 7 мартында ошо законға үҙгәрештәр индерелде, уға ярашлы 1 майҙан минималь хеҙмәт хаҡы айына 11 163 һумға еткерелә.
Бынан тыш, ошо осорҙа эш ваҡыты һәм хеҙмәт нормаһын (хеҙмәт бурыстарын) тулыһынса үтәгән хеҙмәткәрҙең айлыҡ эш хаҡы ошо сумманнан түбән булырға тейеш түгел.
Максим ВАЛИКОВ, район прокуроры.