Акцияла наркомания проблемаһы менән таныш булған, шулай уҡ наркоманияны профилактикалау саралары тураһында белергә теләгәндәр ҡатнаша. Телефон аша мөрәжәғәттәргә Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге педагог-психологы һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса вәкиле яуап бирәсәк. Үткәреү датаһы - 10 апрель, 9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем. «Ҡыҙыу линия» телефоны: 2-14-52. Ошо мөрәжәғәтегеҙ менән һеҙ кемдеңдер сәләмәтлеген ҡотҡарып ҡалып, күңелде аҙҙырыусы ағыулы матдәнән һаҡлап ҡала алырһығыҙ, бәлки. Ситтә ҡалмағыҙ - акцияға ҡушылығыҙ!