Ошо көндәрҙә беҙҙең балалар баҡсаһында беҙ ошо матур яҙғы байрамды үткәрҙек. Беҙҙең тәрбиәселәр кескәй саҡтан уҡ балаларҙы халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары менән таныштыра, уларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй.
Балалар баҡсаһында яҙ. Зал матур биҙәлгән. Милли костюмдар кейгән балаларға һоҡланып туйғыһыҙ. Улар был көндө шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы, Наурузбикәне ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул, үҙ сиратында, байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләне. Һуңынан балалар төрлө телдә йомаҡтар систе, халыҡ уйындары уйнаны. Байрам аҙағында Наурузбикә балаларға бүләктәр тапшырҙы, тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға саҡырҙы. Кескәйҙәр байрамдан ҡәнәғәт ҡалды, бик күп фәһемле мәғлүмәт белде.