Яҙылыу кампанияһы башлана
1 апрелдән 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башлана.Ошоға бәйле, район хакимиәте тарафынан, Стәрлебаш районы муниципаль районы учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиелары өсөн ижтимағи-сәйәси гәзит-журналдарға яҙылыу тураһында бойороҡ ҡабул ителде.Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, учреждениелар, ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәренә гәзит һәм журналдарға яҙылыуҙы ойошторорға, бының өсөн яуаплы кешеләр билдәләргә кәңәш ителде.Бойороҡто үтәү буйынса контроль район Советы секретары А.Р.Мусаҡаеваға йөкмәтелде.