Байрам көндө балалар баҡсаһының фойеһы күргәҙмә залын хәтерләтте. Ата-әсәләрҙең фантазияһының сиге юҡ. Бында күҙ яуын алырҙай сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр, апликациялар күп ине. Ғаилә йылына бағышлап эшләнгән төрлө фотоһүрәттәр, буклеттар, коллаждар сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар әсәләргә бағышлап йырҙар йырланы, бейене, шиғырҙар һөйләне. Концерт номерҙары ата-әсәләр ҡатнашлығында үткәрелгән уйындар менән үрелеп барҙы. Һәр бала сығышында әсәһенә булған һөйөүен үҙенсә күрһәтте. Ошо мәлдәрҙә әсәләрҙең ихлас йылмайыуҙарын, ә балаларҙың шат күҙҙәрен күреү үҙе бер кинәнес ине. Ҡояшҡай менән Яҙһылыу сараның төп ҡунаҡтары булды. Байрам һуңында ҡыҙҙар һәм малайҙар әсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы.