Апрелдең тәүге декадаһы тотороҡһоҙ, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан 20-30% күберәк булыуы фаразлана. «Республика биләмәһе төрлө, шуға күрә йылы һәм яуым-төшөм тигеҙ бүленмәҫкә мөмкин», — тип иҫкәртте синоптик.
Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы арҡаһында ҡарҙың йылдам иреүе һәм йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе ихтимал. Ләкин яҙғы һыуҙарҙың фаразланған максималь кимәле уртаса күрһәткес сиктәренән сыҡмай. Быйыл Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә һыу баҫыу көтөлмәй. «Әгәр йылы тулҡындың килеүен күрһәк, был хаҡта хәбәр итербеҙ», — тине Анна Козаева.