Новости
28 Март 2018, 08:29

Янғынға ҡаршы - бергәләп!

25 мартта Кемерово ҡалаһының "Ҡышҡы сейә" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә илдә иң ҙур янғындарҙың береһе булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 64 кеше, шул иҫәптән балалар ҙа һәләк булған. Хәҙер урында оператив штаб эшләй, улар хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙе дауам итә.26 мартта, республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә Башҡортостанда сауҙа үҙәктәрен пландан тыш тикшереү үткәрергә ҡарар ҡабул ителде. Яҡын көндәрҙә федераль күҙәтеү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәктәрен генә түгел, кинотеатрҙар, йәмәғәт һәм кешеләр күп йыйылған урындарҙы тикшерәсәк. Йыл башынан республикала 812 янғын булған, уларҙа 69 кеше һәләк булған һәм 64е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда барлыҡ ошо күрһәткестәр буйынса үҫеш күҙәтелә. Янғындарҙың төп сәбәптәре һәм уларҙы иҫкәртеү буйынса саралар тураһында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.

- Фәрит Риф улы, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн янғындар һаны арта?

- Ҡышын өҫтәмә йылытыу саралары ҡулланғанлыҡтан электр сымына көсөргәнеш ярайһы уҡ арта. Әгәр өйөгөҙҙә йәки фатирығыҙҙа электр сымы иҫке булһа, йәки электр ҡоролмаһын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ, янғындан зыян күрегеүеҙ ихтимал.

Быйылғы ҡыш, уҙған йыл менән сағыштырғанда, һыуығыраҡ. Йыш ҡына янғындар мейесте артыҡ ныҡ яғыуҙан, унда ярылған урындар булыуҙан, ут тоҡандырыу өсөн тиҙ ҡабынып китеүсе шыйыҡсалар ҡулланыуҙан, иҙәнгә утлы күмер төшөү һөҙөмтәһендә килеп сыға. Шулай уҡ янып торған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу осраҡтары ла йыш күҙәтелә. Айырыуса ҡаты һыуыҡтарҙа мейесте көн буйына яғыусылар бар, һөҙөмтәлә мейес ныҡ ҡыҙа, әгәр ҙә ағас стенаға йәки мебелгә тейеп тора икән, янғын сығыу ҡурҡынысы бар. Мәҫәлән, февраль айында Баймаҡ ҡалаһында ошо сәбәп менән яныу продукттары менән өс бала ағыулана, уларҙың береһен ҡотҡарып булмай.

Көндәр һыуыҡ торғанда электр йылытыу приборҙарын ҡулланыу осраҡтары ла йышая, һөҙөмтәлә, электр үткәргестә көсөргәнеш тә арта.

Янғындарҙың дүрттән бер өлөшө ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында була. Янғындарҙа һәләк булған 37 кешенең күбеһе иҫерек килеш тәмәке тартыусылар.

Ошо сәбәптәр арҡаһында янғындар арта. Граждандарҙың үҙҙәре, янғындарҙы профилактикалау инспекторҙары, киң мәғлүмәт саралары һәм дәүләт органдары вәкилдәренең берҙәм тырышлығы менән генә уларға ҡаршы тороп була. Әлеге мәлдә республикала үткәрелгән акция "Бергәләп - янғындарға ҡаршы!" тип атала.

- Янғындарҙы профилактикалау буйынса гәзит уҡыусыларға Һеҙ ниндәй тәҡдимдәр бирергә теләр инегеҙ?

- Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, сарҙаҡта, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим. Мейес менән йылытылған мунсаһы йәки баҡсала йорто булғандарҙы ла ошо эште башҡарыуҙарын һорайым. Йыл башынан мунсала 167 янғын сыҡҡан, шулай уҡ ике тапҡыр йышыраҡ баҡсалағы өйҙәр яна башланы. Мейескә яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр (отступ), шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 0,5х0,7 м ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш.

Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай. Изоляцияһы, розеткаһы, рубильнигы төҙөк булмаған электр үткәргестәрҙе һәм кабелдәрҙе файҙаланыу тыйыла. Бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡабыҙыу, ваҡытлыса ҡуйылған электр үткәргесте файҙаланыу, ҡулдан эшләнгән электр йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Электр йылытыу приборҙарын тәҙрә пәрҙәләре, мебель һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Йылытҡыс янмай торған таяуҙарҙа торорға тейеш. Иң мөһиме – электр йылытыу приборҙарын, шулай уҡ башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ.

- Яңылыҡтарҙа янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙарҙың һөҙөмтәлелеге тураһында йыш ишетәбеҙ. Уларҙың өҫтөнлөгө нимәлә? Һәм улар янғындан нисек һаҡлай ала?

- Янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор янғын башланыуы тураһында иҫкәртә. Махсус элементтар ярҙамында ул барлыҡҡа килгән төтөндө һиҙеп, тауыш сигналы бирә. Әгәр янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйылған булһа, күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында һәм Борай районында яныусан продукттар менән ағыуланыу фажиғәһенә юл ҡуймаҫҡа мөмкин ине.

Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың бойороғона ярашлы, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр һәм социаль хәүефле хәлдә булған балалы ғаиләләр бушлай янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор менән тәьмин ителә. Бының өсөн республика бюджетынан кәрәкле аҡса бүленгән. 2016 йылдан алып 39 меңдән ашыу ошондай прибор бушлай ҡуйылған. Бынан тыш, 2018 йылдан бала тыуған осраҡта ғаиләләр шулай уҡ түләүһеҙ янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор менән тәьмин ителәсәк. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем ошондай ғаиләләргә 50 меңдән ашыу прибор ҡуйыласаҡ.

Балаларының хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрләгән ғаиләләр янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙы үҙаллы һатып алып ҡуйҙырта ала. Ошондай профилактик сараның һөҙөмтәлелеге тураһында Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында, Әбйәлил һәм Мәләүез райондарында булған янғындарҙа (унда 12 баланың ғүмере ҡотҡарыла) ошондай приборҙарҙың тауыш сигналы биреүе һөйләй.

- Һеҙ гәзит уҡыусыларға нимә теләр инегеҙ?

- Янғындар барлыҡҡа килеү хәүефе һәр ваҡыт булды. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ дөйөм билдәле янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәһә, бындай хәүеф аҙыраҡ буласаҡ. Киреһенсә, төҙөк булмаған мейестәрҙе, электр приборҙарын эксплуатациялағанда, иҫке электр сымына күҙ йомғанда, иҫерек килеш тәмәке тартҡанда үҙебеҙҙе янғында һәләк булыу йәки торлаҡһыҙ, милекһеҙ ҡалыу хәүефенә дусар итәбеҙ. Ут, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ. "Бурҙан ҡала, уттан - ҡалмай" ти бит халыҡ мәҡәле.

Шуның тураһында ла уйланырға саҡырам, балалар булһа ла, булмаһа ла һәр фатирҙа, һәр йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор ҡуйырға кәрәк. Миҫал итеп Архангел районында булған осраҡты һөйләйем. Ошо районда йәшәүсе кеше мейес яғып, уның йүшкәһен асырға онотоп йоҡлап китә. Өйҙә төтөн күп булғанлыҡтан янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор эшләй башлай, уның тауышынан өй хужаһы уянып, яныу продукттарынан ағыуланыуҙан ҡотолоп ҡала.

Беҙ тыуған көндәрҙә һәм байрамдарҙа бер-беребеҙгә бүләк бирергә яратабыҙ. Янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙы бүләк итергә тәҡдим итәм. Быны изге традицияға әүерелдереп - ошо мини-сиреналарҙы яратҡан һәм ҡурсаларға теләгән ата-әсәйҙәребеҙгә, туғандарға һәм дуҫтарға бүләк итәйек. Ҡиммәт булмаһа ла (янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙың хаҡы 300 һумдан алып), янғын ваҡытында тауыш биреп, яҡын кешеңдең ғүмерен ҡотҡарып ҡалһа, ул иң ҡәҙерле һәм баһалап бөткөһөҙ бүләк буласаҡ.
Читайте нас