Новости
28 Март 2018, 06:22

Рәсәйҙә файҙалы аҙыҡ-түлеккә махсус билдәләр ҡуйыла

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2018 йылдың аҙағына тиклем файҙалы аҙыҡ-түлекте ирекле маркировкалау программаһын ғәмәлгә индерә. Ведомствоның ошондай билдәләрҙе урынлаштырыу концепцияһы хөкүмәттә. хуплау тапҡан, тип яҙа «Известия».

Файҙалы аҙыҡ-түлек менән тьәмин итеүселәр йыл аҙағына тиклем тауарға сәләмәт йәшәү рәүеше эмблемаһын йәбештерә ала. Маркировка варианттарының береһе — «Сәләмәт туҡланыу». Бындай саралар илдә һимереү кимәлен кәметергә булышлыҡ итергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр ведомствола.


«Коммуникация кампанияһы ҡалған аҙыҡ-түлектең «зарарлы» категорияһына эләгеүен күҙ уңында тотмай. «Зарарлы» продукттар өсөн билдәләр, аҙыҡ-түлеккә ҡыҙыл билдәләр ҡуйыу ҡаралмаған», — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

"Башинформ".
Читайте нас