Боҙ күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә ярашлы китә башлар тип көтөлә. Атап әйткәндә, Ағиҙел йылғаһында 29 мартта иң иртә боҙ киткәйне, иң һуңғыһы – 4 майҙа. Ҡариҙелдә – 23 мартта һәм 21 апрелдә, Димдә – 29 мартта һәм 25 апрелдә.
Ташҡын кимәленең дә уртаса күрһәткестәргә ярашлы булыуы көтөлә. Ағиҙел йылғаһында ул 380-480 метр (иң ҙуры – 1118 м, иң кәме – 330, 2017 йылда – 715 м) тәшкил итәсәк. Ағиҙелдә – 430-530 метр (иң ҙуры – 1033, иң кәме 389, 2017 йылда – 671).Дим йылғаһында – 500-600 (иң ҙуры – 873, иң кәме – 281, былтыр – 562).