Новости
26 Март 2018, 09:17

Май айында республика халҡын оҙайлы ял көндәре көтә

Быйыл май байрамдарының оҙайлығы дүрт көн тәшкил итәсәк.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы эшләмәгән байрам көнө булып һанала. Йәкшәмбе, 29 апрель, дүшмәбе 30 апрель, шишәмбе 1 май һәм шаршамбы 2 май рәсми рәүештә ял көндәре тип иғлан ителгән.


Шәмбе 28 апрель, шулай уҡ кесе йома 3 май һәм йома 4 май эш көндәре буласаҡ.


Ә бына 9 майҙа Еңеү көнөндә рәсәйҙәр тик бер көн генә ял итәсәк.

"Башинформ".
Читайте нас