Яҙ миҙгеленә ҡарата һынамыштар
Яҙ ерҙән быу күтәрелмәһә, иген насар ҡалҡыр.Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.Яҙ иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы килер.Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ.Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро булыр.Яҙ күк күкрәүҙән элек йәшен йәшнәһә, аслыҡ булыр.Яҙ ташҡын шәп булһа, иген уңа. Яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан.Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.Апрелдең шапырыныуы марттың дименән.