Башҡортостандың йыйылма командаһы составында беҙҙең райондан да егеттәр ҡатнашты. Бөтә Рәсәй ярыштарында беренсе тапҡыр сығыш яһаған Азат Фәтҡнисламов икенсе урын яуланы. 90 кг тиклем ауырлыҡ категорияһында Рөстәм Мөхәмәтшин өсөнсө булды. Фидан Мостафин бишенсе урын алды. Финалда көсөргәнешле көрәштә Түбәнге Аллағыуат ауылынан 16 йәшлек Рафиҡ Шароян һуңғы секундтарҙа Татарстандан килгән көндәшен еңеп, Рәсәй чемпионы булды! Афарин! Уның тренеры Илдар Моратов чемпион әҙерләгәне өсөн Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Рафиҡ илдең йыйылма командаһы составында оҙаҡламай донъя беренселегендә сығыш яһаясаҡ.
Ошо ярыштарҙа еңеүсе яҡташтарыбыҙға Кубоктар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Ә иң мөһиме, улар һәйбәт тәжрибә алып, өйҙәренә сағыу, онотолғоһоҙ тәьҫораттар менән ҡайтты.Үҙ хәбәрсебеҙ.