Новости
23 Марта 2018, 07:16

«Музейға китап бүләк ит»

Ҡәҙерле дуҫтар! Өлкәндәр һәм балалар! Стәрлебаш ауылының Балалар ижад йорто 26 марттан 20 апрелгә тиклем «Музейға китап бүләк ит» хәйриә акцияһы үткәрә.

Күптәрҙең өй китапханаһында совет осорондағы китаптар һәм балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәте һаҡлана. Һеҙ уларға икенсе ғүмер бүләк итә алаһығыҙ: район тарихы музейында Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр китаптары аҙналығы сиктәрендә күргәҙмә ойошторола. Бүләк иткән китаптарҙың барыһы ла «Бүләк итеүселәрҙең маҡтаулы китабы»нда билдәләнәсәк.

Хөрмәтле стәрлебаштар! Беҙҙең акцияла әүҙем ҡатнашырҙығыҙ тип ышанабыҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-20-50.

Эльза МӘСӘЛИМОВА,

Балалар ижад йорто директоры.
Читайте нас