Был китап коллектив лидерҙары һәм барыһы ла яратҡан кешеләрҙең һәр саҡта ла дөрөҫ булмауҙары тураһында. Һинең һүҙҙәрең хаҡ булып та, бер кешенең барыһына ҡаршы тороуы бик аяныслы. Повесть геройы Лена Бессольцева –– класта яңы уҡыусы. Уны уҡыусылар килгән көндө үк яратмай һәм «ҡарасҡы» тигән ҡушамат бирә. Хатта, ҡайһы саҡ һәйбәт эштәр эшләмәһә ла һәр класта ла уның ғына һүҙен һүҙ итеп, уға ғына буйһонорға талап иткән лидерҙар бар. Ә Лена ундай кешенең йырын йырларға теләмәй. Уның менән нисек кенә насар мөнәсәбәттә булһалар ҙа, ҡыҙ хөрмәткә лайыҡ кешелек сифатын юғалтмай.