Новости
23 Март 2018, 07:08

Иң яҡшы күп фатирлы йорт

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 15 апрелгә тиклем йыл һайын уҙғарылып килгән «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә.

Конкурстың маҡсаты – граждандар бөтә уңайлыҡтар менән йәшәһен өсөн ҡулайлы шарттар булдырыу, йорт, ихата, ишек алдын тәртипкә килтереүҙә уларҙың ҡатнашыуы, шулай уҡ торлаҡ фондын ҡарауҙа әүҙем ҡатнашыусы кешеләрҙең башланғыстарын үҫтереү һәм ярҙам итеү. Конкурста Рәсәй Торлаҡ кодексына ярашлы идара итеү алымдарының береһе (идара итеү компанияһы һайланған, торлаҡ милекселәре ширҡәте ойошторолған йәки туранан-тура идара итеү алып барылған) һайланып ғәмәлгә ашырылған, билдәле бер талаптарға тап килгән күп фатирлы йорттар ҡатнаша ала.

Өс йылдан әҙерәк файҙаланыуҙа булған, шулай уҡ һуңғы өс йылда конкурс еңеүселәре тип танылған күп фатирлы йорттар конкурста ҡатнаша алмай.

Бүләк фонды – 100 мең һум.

Торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса алған аҡсаның 10 процентына тиклем премия сифатында күп фатирлы йорт советы йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте идараһы рәйесенә түләнә ала.

Конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас