«Республика буйынса күрһәткестәр яҡшы. Минең мәғлүмәттәр буйынса, көндөҙ уҡ 50 проценттан ашыу һайлаусы тауыш бирҙе, — тине ул. — Һеҙҙең төбәктә күҙәтеүсенең бер нисә кандидаттан сығыш яһауы менән бәйле хәл буйынса ул ныҡ ҡурҡыныс түгел һәм тауыш биреүгә бер нисек тә йоғонто яһамай, уның һөҙөмтәһен үҙгәртмәй. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда һайлау процесы закон сиктәрендә үтте».