Новости
18 Март 2018, 10:15

Йырланылар, бейенеләр, тауыш та бирҙеләр

Бөгөнгө көн район Мәҙәниәт йорто агитбригадаһы ағзалары өсөн дә бик ҡыҙыу булды.

Сәйепова, Гөлфизә Хәйруллина, Рөстәм Ғәлиев, Венера Латиповалар водитель Ғәзинур Әйүпов менән иртәнән алып матур, сағыу сығыштары менән һайлаусыларҙың кәйефен күтәрҙе. Район үҙәгенең барлыҡ һайлау участкаларына, шулай уҡ Мортаҙа, Ибраҡай, Первомайский һәм Тормай ауылдарындағы һайлау участкаларына килгән һайлаусылар улар башҡарыуында күңелле йыр-моңдар ишетте, матур сығыштар ҡараны.

2847 һанлы Тормай участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөмәрә Абдуллинаның һүҙҙәре буйынса, артистар Тормай ауылына сәғәт 12 тирәһенә килде. Был ваҡытҡа 340 һайлаусының 180не, йәки һайлаусыларҙың 50 проценты тауыш биргәйне. Ауыл халҡының әүҙемлеге юғары. Үҙешмәкәр артистарҙың килеүе лә бик урынлы булды. Улар йырлап ҡына ҡалманы, дәртле бейеүҙәре менән дә тауыш бирергә килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе.

- Элекке ваҡыттағы кеүек, халыҡ әүҙем тауыш бирә. Улар әлеге һайлауҙың ни тиклем мөһим икәнен яҡшы аңлай. Сөнки бөгөн илебеҙҙең, шулай уҡ үҙебеҙҙең киләсәк яҙмышыбыҙ хәл ителә, - тине Зөмәрә Вәрис ҡыҙы.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

#УчастОК, #Башкортостан, #БудущееЗаНами
Читайте нас