Новости
18 Март 2018, 08:49

Республикала һайлаусыларҙың 60 % интернет аша үҙҙәренең участкаларындағы тауыш биреүҙе күҙәтә ала

Беҙҙең республикала Рәсәй Президентын һайлауҙа 1078 объект видеокүҙәтеү менән тәьмин ителгән. Территориаль һайлау комиссияларының 1009 һайлау участкаһы һәм 69 бинаһы шулар иҫәбендә. Һайлау участкаларынан күренештәрҙе nashvybor2018.ru сайтында ҡарарға мөмкин. Бөтә ил буйынса тауыштарҙы тулыһынса иҫәпләп сығарғандан һуң ғына камераларҙың эше 19 мартта туҡтатыла. Күҙәтеү камералары менән тәьмин ителгән һайлау комиссияларында Башҡортостан һайлаусыларының 60,85 % теркәлгән.

Республика халҡы сайтта теркәлеп Рәсәй Федерацияһының теләһә ниндәй участкаһында һайлау барышын күҙәтә ала. Видеокүҙәтеү алып барылған участкалар бөтә республика буйынса, бигерәк тә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан.

Видеокүҙәтеү өсөн бөтә ҡоролма республикала Рәсәйҙең элемтә комитеты министрлығы менән Үҙәк һайлау комиссияһы араһында төҙөлгән контракт буйынса алынды. Был эштәрҙе Ростелеком башҡарҙы.

"Быйыл беҙ бөтә ҡоролмаларҙы яңырттыҡ, йәғни башҡа технологияға күстек. Хәҙер системаның сифаты тулыһынса яҡшырҙы, техник яҡтан да эшләүе еңелерәк, -ти "Башинформсвязь" директоры. - Һайлау тамамланғас был ҡоролма артабанғы проекттар өсөн ҡулланыласаҡ".

Видеокүҙәтеү камералары тәүге тапҡыр йомғаҡлау һөҙөмтәләрен ҡабул иткән комиссия биналарында урынлаштырыласаҡ. Территориаль һайлау комиссияларында камералар 18 мартта сәғәт киске һигеҙҙән документтарҙы ҡабул итеп бөткәнсе эшләйәсәк. Был йәмғиәткә участка һайлау комиссияларының протоколдарын ҡабул иткәнде күҙәтеү өсөн мөмкинлек бирә.

Ил буйынса һайлаусыларҙың 80% тауыш бирәсәк участкаларҙа 40 меңдән ашыу видеокамера ҡуйылған.

Видеокүҙәтеү системаһы тәүге тапҡыр Рәсәйҙә ил башлығын һайлағанда 2012 йылдың яҙында ҡулланылды. Ул ваҡытта 91,7 мең участкала 200 мең веб-камера ҡуйылғайны. Уларҙың һәр ҡайһыһында ике ҡоролма монтажланғайны, береһе - дөйөм бинаны күрһәтһә, икенсеһенән - тауыш биреү өсөн йәшникте күрергә мөмкин ине.

"Башинформ".

#УчастОК, #Башкортостан
Читайте нас