Ошо һайлау участкаһында Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдары халҡы тауыш бирә. Һайлау участкаһы элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан. Бында иртәнән алып күңелле йыр-моң яңғырап тора. Сауҙа нөктәһе эшләй. "Берҙәм Рәсәй" партияһынан, шулай башҡа фирҡәләрҙән күҙәтеүселәр бар. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тәртип һағында тора.
Ибраҡай ауылынан Флүрә Сабитова менән Зөбәржәт Харисова ла (һүрәттә), оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер һайлауҙы ла ҡалдырмайҙар. Быйыл да тәүгеләрҙән үҙ тауыштарын бирҙе.
#УчастОК, #Башкортостан, #БудущееЗаНами