Новости
18 Марта 2018, 12:52

Күмертауҙа көндөҙгө сәғәт 3-кә электораттың 52,4% тауыш биргән

Күмертауҙа көндөҙгө сәғәт 3-кә ҡарата һайлаусыларҙың 52,4% тауыш биргән, тип хәбәр иттеләр ҡаланың территориаль һайлау комиссияһынан. Күмертауҙа һайлаусылар һаны — 48 889, тауыш биреү участкалары — 26.

Көн уртаһына 25 795 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев теркәү урыны буйынса һайлау участкаһында – Өфө дәүләт авиация университетының Күмертауҙағы филиалында. "Башинформ".
Читайте нас