Беҙҙең районда һайлау башланыуға барлыҡ 33 һайлау участкаһы ла үҙ ишектәрен асты. Район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе М.М.Йосопов һүҙҙәре буйынса, сәғәт һигеҙгә район буйынса һайлаусылар һаны бөтәһе 15 924 кеше тәшкил итә. Комиссия ағзаларының яуаплы эше штат режимында бара. Проблемалар юҡ. Учаскаларға кандидаттарҙан күҙәтеүселәр килгән. Һәр участкала полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип һағында тора.