Матбуғат үҙәгенең маҡсаты – Башҡортостандың матбуғат саралары вәкилдәренә квалификациялы эксперттарҙың комментарийҙарын, комиссияһы ағзаларының һайлау барышы тураһындағы мәғлүмәттәрен еткереп тороу өсөн ойошторолған.
Матбуғат үҙәгенең эш барышында шулай уҡ Рәсәй Президентына кандидаттарҙың штабы, власть органдары вәкилдәре, сәйәсәт белгестәре, эксперттар менән брифингтар, шулай уҡ Үҙәк Һайлау комиссияһы менән тура бәйләнештәр ойоштороласаҡ, республикалағы һайлау барышы менән таныштырып тороласаҡ.