Новости
18 Март 2018, 13:39

Дәүләкән районының Рублевкаһында йәшәүселәр өйҙән тауыш бирҙе

Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауыл советы биләмәһендә 3-сө яртыға һайлаусыларҙың 74 проценты тауыш биргән, тип хәбәр итә «Асылыкүл» район гәзите.

Был ваҡытҡа 424 һайлаусынан 314 кеше тауыш биргән. Ул иһә ауыл биләмәһенә ингән һигеҙ тораҡ пункты халҡы. Үҙ участкаһына барып етеү мөмкинлеге булмағандар өсөн урындағы участка һайлау комиссияһы өйҙән тауыш биреү ойошторған.
Бындай мөмкинлек менән 50 кеше файҙаланған, улар араһында – Рублевка ауылында йәшәүсе Лидиә һәм Федор Фетесенко. 80 йәшлек ирле-ҡатын ил өсөн бик мөһим ваҡиғала ҡатнашып, үҙ кандидаты өсөн тауыш бирҙе. "Башинформ".
Читайте нас