2826 һанлы Ҡарағош һайлау участкаһы. 497 һайлаусының 179ы (56 %) ошо мәһим сарала ҡатнашып, үҙ тауышын биргән.
2834 һанлы Баҡый һайлау участкаһы. Бында һайлаусыларҙың яртыһынан күбеһе тауыш биреп өлгөргән. 599 кешенең 303ө һайлауға килеп, буласаҡ Президент өсөн тауыш биргән. Тауыш биреүселәр араһында 88 йәшлек Флүрә инәй Баһауетдинова ла бар. Баҡыйҙы йөҙйәшәрҙәр ауылы тиһәк тә хата булмаҫ. Бында 80 йәште уҙған 44 кеше йәшәй.
2841 һанлы Тәтербаш һайлау участкаһы. 291 һайлаусының 149ы (51 %) һайлауҙа ҡатнашҡан.
2830 һанлы Һарайҫа һайлау участкаһы. Рәсәй Федерацияһы Президенты өсөн 258 кешенең 139ы(53.4 %) үҙ тауышын биргән.
2843 һанлы Ҡуғанаҡбаш һайлау участкаһы. Бында 588 һайлаусының 318е (53.1%) үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Бер һүҙ менән әйткәндә, ошо ваҡытҡа күпселек һайлау участкаларында 50 процент сикте үткәндәр. Юғарыә үҙемлек күрһәтеп, ауыл халҡы ил яҙмышы өсөн мөһим сарала ҡатнаша.
Һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтә. Сауҙа нөктәләре эшләй. Шулай уҡ төрлө кандидаттарҙан күҙәтеүселәр бар. Полиция хеҙмәткәрҙәре лә хеҙмәт бурысын үтәй.