Новости
18 Март 2018, 13:30

Һайлаусыларҙың 62 проценты үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне

Көндөҙгө сәғәт өскә район һайлаусыларының 62 проценты үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Һайлаусыларҙың дөйөм иҫәбенән (15951 кеше) 9938 кеше тауыш биргән. Участкаларҙа тыныс. Участка һайлау комиссияларының эшенә иҫкәрмәләр юҡ. Һауа шарттары боҙолоп торһа ла кешеләр тауыш бирергә килә. Һәр участкала күңелле йыр-моң яңғырап тора. Һәр ерҙә байрам кәйефе һиҙелә.

Хөрмәтле Стәрлебаш районы халҡы! Әгәр ҙә Һеҙ әле тауыш бирмәгәнһегеҙ икән, һайлау участкаһына барып, илебеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирегеҙ. Һеҙҙең тауыш та ил өсөн бик мөһим!

Үҙ хәбәрсебеҙ.

#УчастОК #БудущееЗаНами #Башкортостан
Читайте нас