Новости
18 Март 2018, 06:37

Һайлауҙа йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем ҡатнаша

2833 һанлы Табылды участка һайлау комиссияһының һайлаусылар исемлегендә бөтәһе 246 кеше.

Участка һайлау комиссияһы рәйесе Люциә Абдрахманова һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡ быйыл әүҙем ҡатнаша. Тәүгеләрҙән булып Венера Латипова тауыш бирҙе. Йәштәрҙән Гөлназ Һөйәрембәтова менән Рауил Латипов тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр ҡатнашалар. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сәғәт туғыҙға һайлаусыларҙың 10 проценты тауыш бирҙе, тине Люция Зөфәр ҡыҙы.

2817 һанлы Айҙарәле һайлау участкаһында тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр һигеҙ кеше. Шуларҙың икеһе тәүге сәғәттә үк тауыш биргән. Сергей Вавилов менән Азат Шәйехов Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалында белем алалар. Традиция буйынса ошо мөһим һайлауҙа уларға участка һайлау комиссияһы рәйесе Гүзәлиә Йосопова иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Ауылдың иң оло кешеләренең береһе Ғәрифә инәй Мусина ла иртәнге сәғәттә килендәре менән бергә һайлауға килгән. "Үҙ ғүмеремдә һҺайлауға бер ҙә бармай ҡалғаным юҡ" - ти 93 йәшлек Ғәрифә инәй. Һәр тауыштың ил өсөн мөһим икәнлегенә ышана ул.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

#УчастОК, #Башкортостан, #БудущееЗаНами



Читайте нас