Берҙәм тауыш биреү көнөндә был участкала айырыуса йәнлелек күҙәтелә. Һайлаусылар сират тороп, бюллетендәр ала. Бында бөтә процедура законға ярашлы еренә еткереп үтәлә, күҙәтеүселәр күҙәтә, шулай уҡ һайлаусылар өсөн күңел асыу саралары ла юғары кимәлдә үтә. Урындағы үҙешмәкәр артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Һайлаусылар өсөн сауҙа нөктәһе эшләй.
Салауат педколледжы студенты Алина Кинйәбәева өсөн әлеге һайлау тәүгеһе. Ул тауыш биргәндән һуң комиссия ағзалары йәш һайлаусыға иҫтәлекле бүләк тапшырған. Мәрйәм инәй Сатучина, 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һайлауға үҙе килгән. Һайлау участкаһына килә алмағандар өсөн, йорттарына барып һайлау ойошторалар.
#УчастОК, #Башкортостан, #БудущееЗаНами