Новости
18 Март 2018, 11:37

Ғаилә - илдең төп байлығы

Район хакимиәте тарафынан Ғаилә йылы даирәһендә «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсын үткәреү тураһында күрһәтмә ҡабул ителде.

Ул биш номинация буйынса үткәрелә: «Күп балалы ғаилә», «Йәш ғаилә», «Ауыл ерендә йәшәүсе ғаилә», «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы», «Алтын ғаилә». Конкурста балалар тәрбиәләгәндә иң яҡшы халыҡ традицияларын һаҡлаған һәм арттырған, йорт хужалығын алып барыуҙа, хеҙмәттә һәм йәмәғәт тормошонда үрнәк күрһәткән, ижади эшмәкәрлектә уңыштарға ирешкән теләгән һәр ғаилә ҡатнаша ала. Туған телдәрҙә сығыш яһау сәләмләнә. Конкурста ҡатнашҡан ғаиләләр тураһында иң яҡшы материалдар район гәзитендә баҫыласаҡ. Иң яҡшы мәҡәлә авторҙары - «Иң яҡшы автор» номинацияһында бүләкләнәсәк.
Конкурс ике этапта үткәрелә: беренсе һайлап алыу этабы район Мәҙәниәт йортонда һәм ауыл биләмәләренең ауыл клубтарында, икенсе (һуңғы) этап - район Мәҙәниәт йортонда үткәрелә.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас