«Илебеҙ Конституцияһы буйынса берҙән-бер власть сығанағы булып халыҡ тора. Был һүҙҙәрҙә, ошо хоҡуҡи формулала – ғәйәт ҙур мәғәнә. Нәҡ халыҡ ихтыярынан, Рәсәйҙең һәр гражданынан илебеҙҙең ниндәй юл буйынса барыуы, Рәсәйҙең һәм балаларҙың киләсәге тора, — тине Президент. — Кем өсөн тауыш бирергә, ирекле һайлауҙа үҙ хоҡуғыңды нисек тормошҡа ашырырға – быны һәр кем үҙе хәл итә. Әммә бындай ҡарарҙан тайпылғанда иһә, шул төп, хәл итеүсе һайлау һеҙҙең фекерегеҙҙән тыш эшләнәсәк».
Владимир Путин билдәләүенсә, «беҙ Рәсәйҙә яҙмышыбыҙҙы һәр саҡ үҙебеҙ хәл иттек, намыҫыбыҙ, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллекте аңлау, Ватаныбыҙға ҡарата һөйөүебеҙ нисек ҡуша, шулай эшләнек. Был бөтөн донъяға билдәле беҙҙең милли холҡобоҙ».
Президент ышаныс белдереп: «Һәр ҡайһыбыҙ туған ил яҙмышы хаҡында уйлай һәм борсола. Шуға ла һеҙгә йәкшәмбе көндө һайлау участкаларына килеү үтенесе менән мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең бөйөк, яратҡан Рәсәйҙең киләсәген һайлау хоҡуғы менән файҙаланығыҙ», — тине."Башинформ".